Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2023, 13:30

Ҡомаҡ йылында тыуғандарҙы нимә көтә?

 Уларға 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008, 2020 йылда тыуғандар  инә.

Ҡомаҡ йылында тыуғандарҙы нимә көтә?Ҡомаҡ йылында тыуғандарҙы нимә көтә?
Ҡомаҡ йылында тыуғандарҙы нимә көтә?

 Ҡомаҡтар өсөн   ауыр ғына булған Ҡуян йылынан һуң күпкә уңышлыраҡ йыл килә.      Аждаһа йылы ҡомаҡты аҡыл, һиҙгерлек өҫтәй һәм киң күңелле булырға өйрәтә.  Ошо арҡала улар иң беренсе сиратта үҙен аңларға, баһаларға өйрәнә.   

Нисек кенә сәйер булмаһын, был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар өсөн эш беренсе урында тормай.  Шунлыҡтан уларға эшкә күберәк ижади ҡараш өҫтәргә, логикаға түгел, ә тойомлауға таянырға  кәңәш ителә. Киләсәктә улар финанс яғынан үҫешкә һәм йәмғиәттә юғары статусҡа өлгәшергә ярҙам итер.

2024 йылда ҡомаҡтар өсөн мөхәббәт һәм мөнәсәбәттәр майҙаны үҙәк аренаға әүереләсәк. Улар үҙҙәренең парын өр-яңынан асыр йәки бөтөнләй икенсе типтағы кеше менән осраша башлар.

Киләһе йылда уларға сәләмәтлеге хаҡында борсолорға тура килмәйәсәк. Сөнки Аждаһа әүҙем һәм  ваҡиғаларға бай тормош алып барыу өсөн етерлек энергия һәм физик көс бирер.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас