

Сарала Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй фәндәр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов, совет хәрби осоусыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың улы - доцент, Башҡорт дәүләт медицина университетының күреү нейрофизиологияһы лабораторияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре Евгений Гәрәев, Өфө фән һәм технологиялар университетының тәрбиә эше һәм йәштәр сәйәсәте буйынса проректоры, Башҡортостан Башлығының патриотик тәрбиә биреү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Валентин Солодовник, "Аллоплант" Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең баш табибы Ольга Оренбуркина, Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһының баш табибы Разида Ғатауллина, курсанттар, студенттар ҡатнашты.
Музейҙы асыу өсөн урын осраҡлы һайланмаған: ике тапҡыр Советтар Союзы Геройының улы Евгений Муса улы Гәрәев 30 йылдан ашыу Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә Рәсәйҙән генә түгел, донъяның күп илдәренән пациенттар файҙаһына эшләй. Евгений Муса улы музейға атаһының шәхси әйберҙәрен, китаптарын, хәрби формаһын, үҙе осоп йөрөгән самолет макетын тапшырған. Музей Муса Гәрәевтың тормошон, эшмәкәрлеген һәм ул йәшәгән ваҡытты тулыһынса сағылдыра.
Фото: БДМУ-ның матбуғат хеҙмәте.