

Уның ярҙамында төбәктә яңы фильмдар төшөрөлә, улар Рәсәй прокатына ла сыға. Мәҫәлән, "Төньяҡ амурҙары" мультфильмы Рәсәй кинотеатрҙарының 2000-дән ашыу майҙансығында күрһәтелә, уны шулай уҡ популяр федераль онлайн-платформаларҙа ҡарарға мөмкин.
Әлеге ваҡытта "Муха" студияһы "Шайморатов генерал" йәнһүрәте өҫтөндә эшләй, уның тизеры Башҡортостан етәксеһе ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет ултырышында ҡатнашыусыларға күрһәтелде. Республика башлығы, уның ҡушыуы буйынса, хәҙер махсус хәрби операция геройҙары тураһында анимация фильмы идеяһы һәм сценарийы әҙерләнә, тип билдәләне.
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илмар Әлмөхәмәтов, федераль ижади уҡыу йорттары яғынан ҙур конкуренция булыуға ҡарамаҫтан, быйыл уларҙың юғары уҡыу йортонда бер урынға 3,5 кешелек конкурс үткәрелде, тип һөйләне. Уның фекеренсә, был йәштәрҙең мәҙәниәт өлкәһенә ҙур ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә. Илмар Әлмөхәмәтов төбәк Башлығынан юғары уҡыу йортон артабан үҫтереү өсөн сәнғәт институтына грант менән ярҙам итеүен һораны. Радий Хәбиров Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығына был тәҡдимде Совет ҡарарына индерергә ҡушты. Барлыҡ юғары уҡыу йорттары етәкселәре исеменән ул шулай уҡ Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәроваға коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе компенсациялау мәсьәләһендә федераль власть органдары яғынан ярҙам итеү мөмкинлеген ҡарарға саҡырҙы.
Лилиә Ғүмәрова ректорҙар исеменән яҙма мөрәжәғәт әҙерләүҙе һорай һәм был мәсьәлә мотлаҡ Рәсәй парламентының юғары палатаһы комитеты ултырышында ҡараласаҡ, тип вәғәҙә итте.
БР Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева республика Башлығынан уларҙың ижади ойошмаһына айырым бина биреү мөмкинлеген ҡарарға үтенде.
- Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек сиктәрендә беҙ Октябрь революцияһы урамын реконструкциялайбыҙ, унда бер нисә тиҫтә тарихи бина бар, уларҙы ла тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Реконструкциянан һуң биналарҙың бер өлөшөн мәҙәниәт учреждениелары ихтыяждарына бирергә планлаштырабыҙ. Унда кинематографистар союзы өсөн дә урын табылыр, тип уйлайым. Тик бер аҙ көтөргә кәрәк, - тине Радий Хәбиров.
Фото: О.Яровиков, Башинформ.