

Тантаналы сара Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса республика советын үткәреүгә һәм Өфөнөң 450 йыллығына "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә реконструкцияланған ҡурсаҡ театрын асыу айҡанлы ойошторолған.
- Бөгөн беҙҙә ҙур һәм мөһим сара, беҙ Мәҙәниәт советы үткәрәбеҙ, ә унан алда машиналар тапшырырға булдыҡ. Быйыл беҙ ярты миллиард һумға яҡын транспорт һатып алдыҡ. Был машиналар һәм автобустар һеҙгә бик кәрәк. Һеҙ кешеләргә ижад алып барырға тейешһегеҙ. Шуға күрә уны шатлыҡта, яҡшы кәйефтә һәм яҡшы машиналарҙа алып барығыҙ. Хәйерле юл! - тине Радий Хәбиров.
Техниканың яңы партияһында - 20 "Лада" автомобиле, ике "Газель" мәктәп микроавтобусы, "Higer" маркалы туристик автобус. Был заманса, уңайлы, ижади коллективтарҙың гастролдәргә сығыуы өсөн бөтә кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырылған транспорт. 2023 йылда мәҙәниәт өлкәһе өсөн бөтәһе 500 миллион һумдан ашыулыҡ 90 берәмек техника - ете ҡала-ара "НЕФАЗ" автобусы, 28 "Газель" микроавтобусы, 51 "Лада" еңел автомобиле, өс урта класлы автобус һәм "Higer" маркалы бер туристик автобус һатып алынған. 2024 йылдың ғинуарында 14 йөк машинаһы һәм өс урта класлы автобус килтереү планлаштырыла.
Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/173307.html