

Күҙ асып йомғансы ут өйҙө тотошлай ялмаған.
Янғын һүндереү барышында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1959 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла.
Инцидент шарттарын өйрәнеү һәм бындай осраҡтарға юл ҡуймау буйынса артабанғы анализ үткәреү маҡсатында ваҡиға урынына Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты инструкторы килә. Ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе тарафынан асыҡлана.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.