Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Декабрь 2023, 08:00

Үҙебеҙҙең егеттәр!

Үҙ ҡурсаланыу осорон иҫкә төшөрөп, "Ҡалҡан" халыҡ бейеү ансамбле егеттәренең видеоһын тәҡдим итәбеҙ, дуҫтар!

Үҙебеҙҙең егеттәр!Үҙебеҙҙең егеттәр!
Үҙебеҙҙең егеттәр!

Фәнис Кәримовтың тырышлығы менән 2017 йылда барлыҡҡа килгән “Ҡалҡан” ансамбле 2018 йылда Төркиәгә барып, халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашып, шул уҡ йылды "Байыҡ” телевизион конкурсында гран-при яуланы. Ошо дәрт-дарманын ташламаған “Ҡалҡан” ансамбленең ир-егеттәре “Салауат” бейеүе менән 2020 йылда тағы ла “Байыҡ” телевизион конкурсында гран-при яулап ҡыуандырҙы. 2021 йылда "халыҡ” исемен яулап, халыҡ-ара фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһап, конкурстарҙа еңеүҙәргә өлгәшеп, "Ҡалҡан” ансамбле Учалының йөҙөк ҡашына әйләнде!

Фото: "Ҡалҡан" ансамбле.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас