

Ул сентябрҙән алып МХО зонаһында 32 патриотик концертта сығыш яһауын һөйләне.
- Был концерттарға мин йыш ҡына республика ҡалаларынан һәм райондарынан урындағы артистарҙы йәлеп итәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе фонограмма аҫтында сығыш яһай. Минеңсә, был йырсыларҙың тамашасыларға ҡарата ихтирамһыҙ мөнәсәбәте. Мәҙәниәт советына артистарға фонограмма аҫтында сығыш яһауҙы тыйырға йәки афишаларҙа йырҙарҙың фонограммала башҡарылыуын күрһәтергә тәҡдим итәм, - тине автор-бард Рәмил Баҙамшин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фекеренсә, ҡарар ҡабул итеү өсөн тәү сиратта проблеманы анализлап, мотлаҡ совет ағзалары менән кәңәшләшеп, мәҙәниәт министрлығы яғынан эксперт профессиональ фекере кәрәк:
- Ошонан һуң ғына ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкин.
Фото: О.Яровиков, Башинформ.