Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабря 2023, 05:30

Йәнә һауа температураһы рекорд ҡуйҙы

21 декабрҙә Өфөлә сираттағы температура рекорды ҡуйылды, тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк синоптиктары.

Йәнә һауа температураһы рекорд  ҡуйҙыЙәнә һауа температураһы рекорд  ҡуйҙы
Йәнә һауа температураһы рекорд ҡуйҙы

Көндөҙ Өфө – Дим аэрология  станцияһында термометр +3,9 градус күрһәткән. Быға тиклемге рекорд 1982 йылда  +2,7 градус булған.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, декабрь башында аномаль һыуыҡтарҙа тәүҙә 1952 йылғы, һуңынан 1977 йылғы температура рекорды ҡуйылған ине.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас