

«Хоҙайбирҙин», «Музыка мәктәбе», «Лицей №134» туҡталыштары янындағы йәйәүле үткәүелендә яҡтыртҡыслы "зебра" бар. Тиҙҙән Ленин проспектының 77-се йорто янында ҡуйыласаҡ.
Был урындар социаль объекттар эргәһендә. Гобо-проектор йәйәүлегә юлды хәүефһеҙ сығырға ярҙам итә. "Зебра" төндә яҡтырып күренә.
Яңы йылға тиклем ҡалала тағы бер нисә урында йәйәүлеләр өсөн өҫтәмә яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ.
Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән.