

Артист аэропорттан видеояҙма һалды, унда ул Таиландҡа ял итергә китеүе тураһында хәбәр итте.
- Бына контроль үттек. Тиҙҙән осасаҡбыҙ, дуҫтар! Мин һуңғы тапҡыр бл хәтлем ҡасан шатланғанмындыр. Был йыл бик һөҙөмтәле һәм тығыҙ булды: йырҙар, клиптар, концерттар. Шулай итеп, ниһайәт Тайға ял итергә, көс йыйырға, йырҙар яҙырға осам. Шуға күрә яңы йылда һеҙҙе яңы тректар, клиптар менән ҡыуандырасаҡбыҙ. Барығыҙға ла яҡшы кәйеф! - тип белдерҙе Юлъяҡшин.