Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Декабрь 2023, 14:44

"Атайсал" проекты буйынса ФАП яңыртылған

Бөгөн Туймазы районына эш сәфәрендә Радий Хәбиров Төмәнәк ауылында ла булды.

"Атайсал" проекты буйынса ФАП яңыртылған"Атайсал" проекты буйынса ФАП яңыртылған
"Атайсал" проекты буйынса ФАП яңыртылған

Бында республика етәксеһе яңыртылған фельдшер-акушер пунктын ҡараны. Уны "Атайсал" проекты буйынса "РиаПласт" компанияһы етәкселәре аталы-уллы Марат һәм Ринат Шәйҙуллиндар яңыртҡан. 

Яңы ФАП бөтә заман талабына яуап бирә.

Радий Хәбиров ауылдағы урта мәктәпкә лә барҙы. Был уҡыу йорто былтыр «Лучшие цифровые практики в школьном пространстве» Бөтә Рәсәй конкурсында призер булған. Мәктәп бинаһы ярайһы иҫке, уға 2010 йылда капиталь ремонт яһалған.

Мәктәптә Радий Хәбиров МХО яугирҙары ғаиләләре менән дә осрашты.

Фото: БР Башлығы сайтынан. 

"Атайсал" проекты буйынса ФАП яңыртылған
"Атайсал" проекты буйынса ФАП яңыртылған
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас