

Элек Яңы йыл алдынан беҙ бергәләп ултырып төҫлө ҡағыҙҙарҙан сынйыр эшләй торғайныҡ. Төҫлө ҡағыҙҙар ҙа булмай торғанйы, аҡ ҡағыҙҙы үҙебеҙ төрлө төҫтәргә буяп алабыҙ, һуңынан ҡырҡҡылап, сынйыр эшләйбеҙ. Тағы ла аҡ ҡағыҙҙан ҡар бөртөктәре семәрләп ҡырҡып, тәҙрәләргә йәбештерә инек. Өйҙө генә түгел, мәктәптә класты ла шулай матурлай торғайныҡ. Ә һеҙ ҡар бөртөктәре ҡырҡтығыҙмы? Эшләмәгән булһағыҙ, түбәндәге видеоға ҡарап, эшләй алаһығыҙ.