ӨҘӨЛМӘҪ МОҢ
(Яугир ауылдашым Алмас Хужин иҫтәлегенә)
Гармунсының исемдәреГармун ҡайыштарында,Булмаһын һөйгән йәрҙәреңҠояш байыштарында.(Халыҡ йырынан)
Китте инде һөйгән йәрҙәрҠояш байыған яҡҡа,Тыуған илде бирмәҫ өсөнҠаныҡҡан ете ятҡа.Өҙөлдө гармун ҡайышы,Өҙөлдө гармун моңо,Тик өҙөлмәҫ батыр даны,Һыналды яуҙа ҡоно.Тоғро ҡалып быуат-быуатҠаһармандар рухына,Яҙып ҡалдырҙы исеменМәңгелек тарихына.
Гүзәл Ситдиҡова