Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2023, 15:30

Водителдәр иғтибарына!

Юлдарҙағы ҡатмарлы хәлгә бәйле, водителдәргә ярҙам күрһәтеү өсөн тағы ике районға мобиль йылытыу пункттары ебәрелгән.

Водителдәр иғтибарына!
Водителдәр иғтибарына!

- М-5 "Урал" трассаһының 1307-се саҡрымында (Туймазы районы Серафимовка ауылына боролош) Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының мобиль йылытыу пункты,

- Өфө-Бөрө-Яңауыл юлының 111-се саҡрымында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының мобиль йылытыу пункты эшләй (Бөрө районы Баженов ауылына боролош).

ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ! 

Р-240 "Өфө-Ырымбур" трассаһының 198-се саҡрымынан алып 273-сө саҡрымына тиклем (Мәләүез, Көйөргәҙе райондары) йөк һәм пассажир транспорты өсөн хәрәкәт сикләнде!

Хәрәкәтте сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты: 17.00 сәғ. (ваҡыттың үҙгәреүе ихтимал).

Фото: МЧС РБ.

Водителдәр иғтибарына!
Водителдәр иғтибарына!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: