

Уларҙың береһе Иглин районы Ясная Поляна ауылына боролошта (1501-се саҡрым), икенсеһе Майский ауылы янында (1543-сө саҡрым).
Түбәндә күрһәтелгән юлдарҙа йөк һәм пассажир транспорты өсөн хәрәкәт сикләнгән:
- Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы автомобиль юлының 0 саҡрымынан алып 204-се саҡрымға тиклем (Мишкә, Ҡариҙел, Дыуан райондары),
- Шишмә-Аксенов-Ҡырғыҙ-Миәкә юлының 0 саҡрымынан алып 151-се саҡрымға тиклем (Шишмә, Дәүләкән, Әлшәй, Миәкә райондары),
- М-5 “Урал” юлының 1194-се саҡрымынан алып 1369-сы саҡрымға тиклем (Октябрьский ҡалаһы, Туймазы районы, Бүздәк районы),
- М-5 “Урал” юлының 1494-се саҡрымынан алып 1548-се саҡрымға тиклем (Өфө һәм Иглин районы),
- Өфө-Бөрө-Яңауыл юлының 33-сө саҡрымынан алып 173-сө саҡрымына тиклем (Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай райондары).
Фото: МЧС РБ.

