Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2023, 05:03

Мутлашыусы егет күрше өлкәнән

Сыуашстандың баш ҡалаһынан 18 йәшлек аферист Өфөнән 39 йәшлек ҡатынды бурысҡа батырған - уның исеменән онлайн микрозаймдар рәсмиләштереп, рәхәтләнеп тотонған. Тик кинәнесе оҙаҡҡа бармаған - тотҡандар үҙен. 

Мутлашыусы егет күрше өлкәнәнМутлашыусы егет күрше өлкәнән
Мутлашыусы егет күрше өлкәнән

Был йәш енәйәтсе ҡатындың шәхси мәғлүмәттәрен мессенджерҙан махсус бот аша алып, үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған.

Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас