

Бөгөн, 20 декабрҙә, көндөҙ епшек ҡар яуыуы, урыны менән көслө, айырым райондарҙа буран сығыуы, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, , боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -3,+2 градус.
Иртәгә, 21 декабрҙә, епшек ҡар һәм ямғыр рәүешендә бер аҙ яуым-төшөм, урыны менән уртаса, айырым райондарҙа сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡтан уртаса, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -3,+2градус.