

Башкортостандан унда «Мисс Республика-2022» титулын яулаусы Алина Ризуанова ҡатнаша. Һылыуҡайға 23 йәш, сығышы менән ул Ауырғазы районынан, әлеге ваҡыттап Өфө Фән һәм технологиялар университетында магистратурала уҡый. Алинаның буйы 177 см, конкурста иң оҙон ҡыҙҙарҙың береһе ул.
— Конурста бөтә донъянан 62 ҡыҙ ҡатнаша. Алина беҙҙең Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Әйткәндәй, конкурста ҙур илдәр араһында беҙҙең республика һәм Ҡытайҙан ике төбәк кенә күрһәтелгән, – ти моделдәр агентлығы етәксеһе Луиза Зәкирйәнова.
Фото:Башинформ.