Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2023, 04:00

"Актив - 2024" конкурсы үтте

Иглин районы башлығы грантына уҙғарылған был конкурс "Мәғариф" милли проекты буйынса ойошторола.

"Актив - 2024" конкурсы үтте"Актив - 2024" конкурсы үтте
"Актив - 2024" конкурсы үтте

"Алпамыш" үҙәгендә үткән конкурста йәштәрҙең социаль проекттары ҡаралды. Эксперт комиссияһы составында БР Башлығының федераль гранттар фонды белгестәре бар ине. Иң яҡшы проекттар һайлап алынды һәм еңеүселәргә 20 000 - 50 000 һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.

Беренсе урында - "Детская комната теремок" проекты. Уның менән Виктория Моратова таныштырҙы. Проект Иглин үҙәк район дауаханаһында тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарҙа балалар уйын бүлмәһе булдырыу тураһында. 

Икенсе урында - "Тепло СВОим" (Миләүшә Ғаззалова) проекты. Махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға йылы әйберҙәр әҙерләп ебәреү күҙ уңында тотола.

Өсөнсө урында - "Стрела возможностей" (Даниил Теплов) һәм "Я такой же, как и ты" (Ксения Аноцкая) проекттары. Тәүгеһе уҡтан атыуға өйрәтеү, икенсеһе инвалид балалар өсмөн фотопроект.
Фото: Иглин районы хакимиәтенән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас