

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 1999 йылғы егет "Renault Sandero" автомобилендә ҡаршы һыҙатҡа сығып, "ВАЗ-2131" машинаһы менән бәрелешә. Бәрелеш һөҙөмтәһендә "ВАЗ-2131" водителе автомобилдә ҡыҫылып ҡала. Ҡотҡарыусылар зыян күреүсене сығарып, ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. "Renault Sandero" водителе медицина ярҙамынан баш тарта. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.