Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2023, 18:03

Тағы бер ауылда ФАП асылды

Туймазы районы Туҡай ауылында модулле фельдшер-акушер пункты асылды.   

Тағы бер ауылда ФАП асылдыТағы бер ауылда ФАП асылды
Тағы бер ауылда ФАП асылды

 

Яңы медицина учреждениеһында халыҡҡа планлы, кисектергеһеҙ һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә шарттар бар.  Электр уты, эҫе һәм йылы һыу үткәрелгән. 

Фельдшер-акушер пунктында 481 кеше беренсел медицина-санитар ярҙамы ала. Шуларҙың 77-һе – балалар.   

«Беҙҙә ошондай яңы бина асылыуына бик шатбыҙ. Урындағы халыҡ унда тейешле медицина ярҙамы ала, өйгә яҡын ғына диспансерлаштырыу, вакциналау   үтә аласаҡ», — ти ФАП мөдире    Шахноза Мөхтәр ҡыҙы.

Фото:Башинформ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас