

Беренсеһе - махсус хәрби операция маҡсаттарына ирешеү буйынса әүҙем эшләү. Был - бөтә ресурсты файҙаланыу, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итеү, яңы ирекле подразделениеларҙы комплектлауға булышлыҡ итеү, гуманитар ярҙам.
Икенсеһе - МХО ветерандары, уларҙың ғаиләләре менән эшләү. Һәләк булғандарҙың исемдәрен мәңгеләштереү. Йәштәр менән патриотик эш. Ижтимағи-сәйәси хәл-торошто тотороҡһоҙландырырға, милләт-ара ыҙғыш сығарырға тырышыуҙарға ҡаршы тороу.
Өсөнсөһө - иҡтисадты, социаль тармаҡты нығытыу, инвестиция, технологик, инфраструктур проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү.
Фото: БР Башлығы сайтынан.