

Республика етәксеһе алдағы өс йылда берҙәм ауыл хужалығы һалымы буйынса "нулевая ставка"ны оҙонайтырға тәҡдим итте.
Радий Хәбиров белдереүенсә, был ысул аграрийҙарға файҙалы. Ошо льготаны былтыр 500 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм фермер хужалығы файҙаланған, экономия 165 млн һум. Был сумма яғыулыҡ-майлау материалдары, техника алыуға тотонолған.
"Киләһе йылдан беҙ ауыл хужалығы кооперативтары өсөн килемде арттырыу буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы тергеҙәсәкбеҙ. Быға милли юҫыҡтағы фермер продукцияһы брендтарын таратыу ҙа инә", - тине БР Башлығы.
Тағы шуныһы: 2030 йылда тиклем ҡошсолоҡто үҫтереү буйынса республика программаһы әҙерләнәсәк.