Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2023, 17:08

18 йылға иркенән мәхрүм ителгән

Стәрлетамаҡтан 33 йәшлек ир ике кешене үлтереүҙә ғәйепле тип танылды.

18 йылға иркенән мәхрүм ителгән18 йылға иркенән мәхрүм ителгән
18 йылға иркенән мәхрүм ителгән

Тәфтишселәр асыҡлауынса, 2023 йылдың 25 майында 40 һәм 33 йәшлек ике ир араһында, 49 йәшлек ҡатынды көнләшеү арҡаһында, низағ тыуа һәм енәйәтсе башта иргә, ә һуңынан ҡатынға күп тапҡыр ҡайсы менән сәнсә. Алынған йәрәхәттәрҙән зыян күреүселәр ваҡиға урынында вафат була. Енәйәт ҡылғандан һуң ир ҡаса, әммә тиҙҙән ҡулға алына.

Ғәйепләнеүсе ғәйебен таный, ә бит ул кеше һаулығына аңлы рәүештә ауыр зыян килтергәне өсөн язаһын үтәп, 2022 йылда ғына азат ителгән була.

Суд уны 18 йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм итә, шуларҙың 5 йылын ул төрмәлә, ә 13 йылын махсус режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрергә тейеш, артабан азатлығы йыл ярымға сикләнә, шулай уҡ уға рухи зыян һәм матди сығымдар өсөн компенсация сифатында 530 мең һум түләргә тейеш. Хөкөм ҡарары закон көсөнә әле инмәгән.

Фото: БР Тәфтиш комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас