

Был хаҡта бөгөн БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР финанстар министры Лира Иғтисамова һөйләне.
Уның белдереүенсә, бөгөнгә махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың 3766 балаһы бушлай балалар баҡсаларына йөрөй, 5-11 класс уҡыусыларынан 4758 кеше мәктәптә һәм 883 студент колледждарҙа бушлай туҡлана. 3372 бала түңәрәктәргә , 5800-гә яҡын уҡыусы һәм студент йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй . Йәшәү урынына яҡын урынлашҡан мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына 460 бала күсерелгән. Шифахана-курорт ойошмалары махсус операцияла ҡатнашҡан 1300 кешене һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ҡабул иткән. Киләһе осорҙа шифахана-курорт хеҙмәттәрен алыуға 318 заявка бирелгән.
1145 ғаилә ташламалы хаҡ буйынса утынлыҡ ағас алған.
Яңы йыл байрмамдарында ла МХО-ла ҡатнашҡандарҙың балаларына айырым иғтибар бүленәсәк.
Фото: vestikamaza.ru