

Уның һөҙөмтәләре хаҡында БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә комиссия рәйесе урынбаҫары, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азамат Абдрахманов һөйләне.
Учалы районында, айырыуса алтынға бай районда, Башҡортостанда бирелгән лицензияларҙың дөйөм күләменең 79 проценты тура килә. Шул уҡ ваҡытта лицензиаттарҙың өстән бер өлөшө Башҡортостанда теркәлмәгән (Силәбе, Свердловск өлкәһе һ.б.). Районда бөтәһе алтын сығарыуға 49 лицензия бирелгән. Шуларҙың 17-һе тупаҫ рәүештә закон боҙоуҙар менән эшләй. А.Абдрахманов миҫал итеп ,тәбиғәткә күп миллионлы зыян килтергән, намыҫһыҙ «Альтинвест» һәм «Гасадд» предприятиелары алтын табыусыларын килтерҙе. Уларға ҡарата енәйәт эштәре асылған да инде.
Ҡайһы бер ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар лицензия ваҡыты тамамланыуға тиклем предприятиеларҙы бөтөрә. Һуңынан тәбиғәткә зыянды ҡаплау бурысы ер хужаларына төшә . Азамат Абдрахманов 2024 йылдың февралендә ведомство-ара комиссия ултырышында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендәге эшкә йомғаҡ яһарға тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был идеяны хупланы һәм тикшереү үткәреү өсөн прокуратураға һәм резонанслы факттар буйынса Тәфтиш комитетына хаттар ебәрергә ҡушты. Шулай уҡ февраль айында комиссия ултырышында ведомство-ара комиссияның киләһе йылға эш бурыстарын билдәләү күҙаллана.