Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Декабрь 2023, 10:27

Өфөлә автобус ҡатнашлығындағы икенсе юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Бөрө трактында, Тимашев биҫтәһе янында, "НефАЗ" пассажир автобусы һәм ҡаршы килеүсе "Лада Ларгус" бәрелешкән. Бәрелеш мәлендә автобуста ун пассажир була, уларҙың береһе лә, шөкөр, зыян күрмәгән.

Өфөлә автобус ҡатнашлығындағы икенсе юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгәнӨфөлә автобус ҡатнашлығындағы икенсе юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән
Өфөлә автобус ҡатнашлығындағы икенсе юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Билдәле булыуынса, "НефАЗ" 15-се маршрут буйынса хәрәкәт иткән.

Авария һөҙөмтәһендә "Лада" водителе һәм уның пассажиры - баланы табиптар дауаханаға оҙатҡан. Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәлде асыҡлай. 

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас