Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2023, 07:44

"Теләктәр шыршыһы" акцияһында ҡатнашығыҙ

20 декабргә тиклем «Теләктәр шыршыһы» хәйриә акцияһы сайтында ғариза ҡалдырырға мөмкин. Акцияла хыял итеүсе һәм теләктәрҙе үтәүсе булараҡ ҡатнашырға була. Башҡаларҙың хыялын тормошҡа ашырыусылар теләктәрҙе үҙҙәре һайлай.

"Теләктәр шыршыһы" акцияһында ҡатнашығыҙ"Теләктәр шыршыһы" акцияһында ҡатнашығыҙ
"Теләктәр шыршыһы" акцияһында ҡатнашығыҙ

Халыҡтың түбәндәге категориялары хыял йөрөтөүсе була ала:
- һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәки ғәрип балалар һәм оло йәштәгеләр;
- һаулыҡ торошо йәһәтенән хәүефле тип танылған балалар һәм ололар;
- етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар;
- килеме йәшәү минимумынан түбән булған ғаиләләрҙәге балалар;
- ғаилә ағзаһы махсус хәрби операция барышында инвалид булып ҡалған йәки һәләк булған ғаиләләге балалар;
- Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан, Херсон һәм Запорожье өлкәләренән балалар.

Ғариза биреүселәр түбәндәге бүләктәрҙе һорай ала:
- һанлы техника (смартфон һәм планшеттарҙан тыш);
- кейем;
- уйынсыҡтар;
- спорт инвентары;
- музыка ҡоралдары;
- яратҡан шөғөл өсөн тауарҙар;
- үҫеш өсөн материалдар һәм әҙәбиәт;
- хыялды тормошҡа ашырыу (мәҫәлән, икенсе ҡалаға сәфәр ҡылыу, музейға барыу, панданы ҡосаҡлау һ. б.)

Бүләккә нимә һорарға, ғаризаны нисек тултырырға һәм бының өсөн ниндәй документтар кәрәклеге тураһындағы мәғлүмәт менән акцияның рәсми төркөмөндә һәм елкажеланий.рф сайтында танышырға була.

Акцияны ойоштороусы — «Рәсәй - мөмкинлектәр иле» президент платформаһы. Акция 2018 йылдан алып яңы йыл байрамдары алдынан үткәрелә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас