

1930 йылда Америкала ике игеҙәк иргә бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиға була. Бала саҡта улар ике ғаиләгә тәрбиәгә тапшырыла һәм 40 йыл үткәс кенә бер-береһе менән осраша. Тәбиғи, уларҙың тышҡы ҡиәфәттәренең оҡшашлығына аптырарға түгел, ә бына яҙмыштарындағы оҡшашлыҡтарға хайран ҡалырлыҡ. Тәрбиәгә алған ата-әсәләре ике малайға ла Джимми тип исем ҡуша. Ә бит улар үҙ-ара һөйләшеп эшләү түгел, бер-береһе менән таныш та булмаған! Игеҙәктәрҙең икәүһе лә тәүге тапҡыр Линда исемле ҡыҙға өйләнә, һуңынан айырылышып икенсе тапҡыр Бетти исемле ҡатын алалар. Икәүһе лә тәүге балаларын Джейм Алан тип атай. Бала саҡтарында икәүһенең дә Той исемле эттәре була. Бынан тыш, игеҙәктәр икәүһе лә бер төрлө һыраны ярата, бер маркалағы сигареттарҙы тарта һәм «Шевроле» автомобилендә йөрөй, Флоридала бер үк шифаханала ял итеүҙе хуп күрә. Бына мөғжизә, тимәк, игеҙәктәргә бер-береһенә оҡшау өсөн бергә йәшәү ҙә мөһим түгел, ара алыҫлығы ла бер төрлө уйлауға, бер төрлө эш итеүгә кәртә була алмай.