Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2023, 07:37

Хәүефһеҙ биҙәүес һәм уйынсыҡ һайлап алығыҙ

Яңы йыл биҙәүестәрен нисек һайларға? "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата.

Хәүефһеҙ биҙәүес һәм уйынсыҡ һайлап алығыҙХәүефһеҙ биҙәүес һәм уйынсыҡ һайлап алығыҙ
Хәүефһеҙ биҙәүес һәм уйынсыҡ һайлап алығыҙ

Байрам биҙәүестәрен һайлағанда уларҙың хәүефһеҙлек нормаларына яуап биреүенә инанығыҙ. Улар тураһында түбәндә уҡығыҙ.

🎄 Шыршы:
— Тәбиғи шыршының олоно ярылмаған, бәшмәктәрһеҙ һәм күҙәнәктәрһеҙ, ботаҡтары һығылмалы, энәләре йомшаҡ;
— Яһалмаһының — ботаҡ ситтәре шыма һәм киртләсһеҙ, материалы утҡа сыҙамлы, химия еҫе сыҡмай.

✨ Гирлянда:
— Төргәктә тауар билдәһе, атамаһы, етештереүсенең адресы, хеҙмәт итеү ваҡыты, хәүефһеҙ ҡулланыу ҡағиҙәләре, лампочкаларҙың төрө һәм рөхсәт ителгән көсөргәнеш күрһәтелә;
— Биҙәүестәрҙе элер алдынан бөтә лампочкаларҙы тикшерегеҙ. Әгәр ҡабыҙғанда киҫкен еҫ һиҙһәгеҙ, уны ҡулланмағыҙ. Гирлянданы үҙаллы йүнәтмәгеҙ!

🎁 Шыршы уйынсыҡтары:
— Изделиенан пластик, елем йәки буяу еҫе сыҡмай;
— Буяуы йәки ялтырауыҡтары ҡулға йәбешмәй;
— Ғаиләгеҙҙә бәләкәй бала булһа, пластик уйынсыҡтар һайлағыҙ – быяла уйынсыҡтар ватылып, сабыйҙы яралауы ихтимал. Ваҡ деталдәре булмаған биҙәүестәр һатып алығыҙ.

Бөтә тауарҙың сифатын һәм хәүефһеҙлеген раҫлаған документтары булырға тейеш.

Байрам һеҙгә тик ҡыуаныстар килтерһен!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас