

Ғәҙәттәгесә, артист үҙенең шәхси блогында уларҙың көндәлек тормошонан кадрҙар менән уртаҡлаша. Был юлы Гөлназ иренең сәсенә һәм кейеменә бәйләнгән.
-Һинең сәсеңә нимә булды?- тип һорай ул Вилдандан.
-Мин башым өшөмәһен өсөн башлыҡ кейҙем, — ти Вилдан.
-Эй, Аллам, һеҙ уның башлығына ҡарағыҙ әле! Мал һарайына сығырға кейенгән кеүек бит әле. Дөрөҫөн әйткәндә, мин Вилдандың кейенеүен аңлай алмайым. Уның шул тиклем матур кейемдәре күп: дубленка, шәп костюмдар. Ни өсөн ул килешмәгән әйберҙәр кейергә ярата — мин белмәйем!- ти Гөлназ.