

Артрит, артроздарҙы һәм ревматизмдан аяҡтар шешенеүен халыҡ медицинаһы “имбирь сәйе” менән дауаларға тәҡдим итә. Бының өсөн ике ҡалаҡ имбиргә ике стакан һыу ҡойоп, 40 минут ҡайнатырға һәм һөҙөп, бал йә шәкәр ҡушырға. Шифалы сәйҙе ашағандан һуң эсергә.
Имбирҙең ҡоро онтағы менән ауыртҡан быуындарҙы ыуып, йылы итеп урап ҡуйырға.
Боростоң бөтә төрө лә (ҡараһы ла, әсе ҡыҙылы ла) шулай бик файҙалы, сөнки ҡан әйләнешен һәм организмдың иммун системаһын әүҙемләштерә. Ҡара һәм ҡыҙыл бороста тәбиғи ауыртыуҙы баҫыусы матдәләр бар.
Әммә иң көслө шифалы үҫемлектәрҙең береһе – ул һарымһаҡ.
Һинд медиктары, меңәрләгән йыллыҡ тәжрибәгә таянып, көнөнә сей килеш ике-өс һарымһаҡ бүлкәте ашау ҙа быуындарҙы хәрәкәтһеҙләнеүҙән, шешенеүҙән һәм кешене ауыртыныуҙарҙан һаҡлауын асыҡлаған. Тикшеренеүселәр фекеренсә, һарымһаҡтың көсө шунда – ул зыян килгән туҡымаларҙа барлыҡҡа килгән һәм шул урындың ялҡынһыныуына сәбәпсе булған химик матдә – простагландинды туҡтатырға һәләтле.
Артритҡа ҡаршы көрәштә бик яҡшы сара – алма һеркәһе. Унда зыян күргән быуындарҙа барлыҡҡа килгән кислоталарҙың кристалдарын иретергә ярҙам итеүсе калий күп.
Фото:Т.Аманов.