

Йөҙөмдө ике өлөшкә бүлергә, уртаһына бер борос һаырға һәм кире ябып ҡуйырға. Һәм ошо рәүешле әҙерләнгән дауаны түбәндәге схема буйынса ҡабул итергә:
Беренсе көн – бер йөҙөм, икенсе көн – ике йөҙөм, өсөнсө көн – өсәү һәм шулай 10 йөҙөмгә тиклем дауам итәбеҙ. 11-се көндә лә 10 йөҙөм ҡабул итергә кәрәк, артабан иһә көн һайын берәрләп кәметә барабыҙ. Йәғни 12-се көндә – туғыҙ йөҙөм, 13-сө көндә – һигеҙ, 14-се көндә – ете һәм шулай бер йөҙөм ҡалғансы тиклем дауам итәбеҙ.
Йөҙөмдәрҙе көн һайын иртәнге ашҡа тиклем яҡшы итеп сәйнәп ашарға кәрәк. Мәҫәлән, биш йөҙөм ашағандан һуң телегеҙҙе өтә икән, һыу эсеп ебәрергә мөмкин.
21 көн дауаланыу курсы үткәндән һуң өс көн буйы бәүел ҡыуҙырыусы дарыуҙар эсергә кәрәк. Өс көндән һуң ошондай уҡ схема буйынса тағы 20 көн дауаланыу курсы үтергә. Һәм тағы өс көн буйы бәүел ҡыуҙырыусы дарыуҙар һәм күрәгә ашарға.
Дөйөм алағанда, өс дауаланыу курсы үтергә тура килер.
Тәүге осорҙа һейҙек болғансыҡ булһа, “ҡом” сығып бөтә башлауға, таҙарыр.
Дауаланыу курсы үткәндән һуң УЗИ үтергә онотмағыҙ.
Фото:Т.Аманов.