Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2023, 08:29

Мотоцикл да кәрәк

Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә кросс мотоциклы ебәрелде. Был турала баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников социаль селтәрҙә хәбәр иткән.

Мотоцикл да кәрәкМотоцикл да кәрәк
Мотоцикл да кәрәк

Район етәксеһе яҙыуынса, уларға "Кузбасс" позывнойлы МХО яугиры ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Фронтта мотоцикл да кәрәкле техника икән. Дрон операторы уның менән хәрби заданиены ҡыҫҡа ваҡытта үтәй ала.

"Лето-сервис" ойошмаһы мотоцикл алыуҙа ярҙам күрһәткән. Кросс мотоциклы яугирға тапшырылған.

Шулай уҡ беҙҙең хәрбиҙәргә медикаменттар һәм бензин бысҡыһы ла ебәрелгән.

Фото: vk.com/snipl

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас