Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2023, 14:44

Өфөгә иң көслө биатлонсылар йыйылды

"Башҡортостанда йәнә ҡышҡы спорт төрҙәре байрамы, -- тип хәбәр итә социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

--Беҙҙә биатлон буйынса Дуҫлыҡ кубогының 2-се этабы үтә. Өфөгә Рәсәйҙән һәм Беларусь Республикаһынан иң көслө биатлонсылар килгән. Был ярыштарҙа Башҡортостан бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Ике көн һөҙөмтәләре буйынса Эдуард Латипов спринтерҙар ярышында еңеүсе булды һәм тағы бер ярыш төрөндә өсөнсө урын яуланы. Иҫегеҙгә төшөрәм, Эдуард -- Олимпия уйындарында бер юлы өс миҙал яулаусы тәүге спортсы. Эдуардты, уның тренеры Виктор Никитинды һәм барлыҡ көйәрмәндәрҙе ҡотлайым!"

Өфөгә иң көслө биатлонсылар йыйылды
Өфөгә иң көслө биатлонсылар йыйылды
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас