

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров телеграм-каналында хәбәр итә.
Улар «Ашығыс эҙләү» милли технологиялар конкурсында еңеү яулаған.Команда составына Сәлим Байгилдин, Илназ Фәтҡуллин һәм Тимур Иҙрисов ингән. Улар өсөһө лә башҡорт вуздарын тамамлаған. Конкурс «ЛизаАлерт» эҙлә-ҡотҡарыу отряды һәм Мәскәү физика-техник университеты тарафынан ойошторолған. Унда бөтәһе 12 команда ҡатнашҡан. Өфө егеттәренең юғалған кешеләрҙе эҙләү буйынса программаһы илдә иң яҡшыһы тип табылған.
«Беҙҙең команда һөҙөмтәһе – беспилотниктар ярҙамында юғалған кешеләрҙе эҙләү өсөн нейроселтәр. Хәҙер ул "ЛизаАлерт" отряды ирекмәндәренә еңел булмаған эштәрендә ярҙам итә ала. Өфө егеттәре программаһы төрлө урында йәшенгән 18 кешенең 16-һын таный алған. Был – Рәсәй буйынса иң яҡшы һөҙөмтә. Афарин!” – тип яҙа Радий Хәбиров.
Фото:Башинформ.