Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабря 2023, 09:41

Алты фатирлы йортто ялмаған ут

Бөгөн төнгө сәғәт өсөнсөлә Иглин районы Таутөмән ауылында алты фатирлы йорттоң верандаһында электр сымынан ут сыҡҡан. Балалар янғынды күреп, атайҙарын уятҡан.

Алты фатирлы йортто ялмаған утАлты фатирлы йортто ялмаған ут
Алты фатирлы йортто ялмаған ут

Шунан улар күршеләрен дә уятҡан. Янғын һүндереүселәр өс сәғәт дауамында утҡа ҡаршы көрәшкән. Өс фатир тулыһынса янған, йорттоң ҡыйығы ла тотошлай уттан зыян күргән.

Урамда тороп ҡалған кешеләрҙе ваҡытлыса йәшәү урындары менән тәьмин итәсәктәр. 

Утты һүндереүгә 13 кеше, биш берәмек техника йәлеп ителгән. 

Фото: МЧС РБ. 

Алты фатирлы йортто ялмаған ут
Алты фатирлы йортто ялмаған ут
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас