Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2023, 13:52

Ҡурҡыныс һандар артында кешеләрҙең яҙмышы...

Йыл башынан республикала 10309 янғын теркәлгән, уларҙа 240 кеше һәләк булған.

Ҡурҡыныс һандар артында кешеләрҙең яҙмышы...Ҡурҡыныс һандар артында кешеләрҙең яҙмышы...
Ҡурҡыныс һандар артында кешеләрҙең яҙмышы...

Үткән тәүлектә 53 техноген янғын теркәлгән, шуларҙың 25-е торлаҡ секторында булған. Шул иҫәптән, Учалы, Шаран райондарында - йорттар, Белоретта, Борай районында - автомобилдәр, Асҡын районында - мунса, Өфөлә - машинаның мотор бүлеге, һарай, Туймазы районында - гараж, автомобиль, мунса, һарай, өйҙөң түбәһе, ҡыйығы, Баҡалы районында - өйҙөң ҡыйығы, Баймаҡта, Белоретта - мунсалар, Бәләбәйҙә - йылылыҡ кабеле, Өфөлә - төҙөлөш вагонсығы, йорт мөлкәте, Илеш районында машинаның мотор бүлеге янған.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра:

- мейесте ҡарап ҡына яғығыҙ, үтә ҡыҙыу итеп яҡмауығыҙ хәйерле;

- электр йылытыу приборҙарының, электр үткәргесенең төҙөклөгөн күҙәтергә онотмағыҙ;

- бүлмәлә тәмәке тартмағыҙ;

- балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.https://web.telegram.org/a/#-1001799078240

Ҡурҡыныс һандар артында кешеләрҙең яҙмышы...
Ҡурҡыныс һандар артында кешеләрҙең яҙмышы...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас