

Файҙалы сайт: https://www.nalog.gov.ru/rn02/.
Бурыс тураһында:
— Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «Физик шәхестәр өсөн шәхси кабинет» интернет-сервисында, «Физик шәхестәрҙең һалымы» мобиль ҡушымтаһында;
— Дәүләт хеҙмәттәрендәге «Һалым бурысы» бүлегендә;
— һалым органдарында;
— Күп функциялы үҙәк офистарында белергә мөмкин
Шулай уҡ бурыстар тураһында түбәндә күрһәтелгән телефондар аша белешергә була:
— Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең берҙәм бәйләнеш үҙәге: 8 (800)-222-22-22;
— Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының ҡыҙыу элемтәһе: +7 (347) 215-10-70 (өҫтәлмә 55-55)
Бурысты:
— Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «Һалым һәм пошлиналар түләү», «Физик шәхестәр өсөн шәхси кабинет» интернет-сервистарында , «Физик шәхестәрҙең һалымы» мобиль ҡушымтаһында;
— Дәүләт хеҙмәттәрендә;
— банктарҙа, түләү терминалдары йәки банктарҙың мобиль ҡушымталары аша түләргә мөмкин.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан