

Бинаны «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса яңыртҡандар. Был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 12,2 млн һум аҡса йүнәлтелгән.
Мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы алмаштырылған, тыштан сайдинг менән көпләнгән, яңы ишек-тәҙрәләр ҡуйылған, түшәм дә яңы, электр менән тәьмин итеү системаһы ла заман талаптарына яуап бирә. Өҫтәүенә хәҙер ауыл клубының тамашалар залындағы ултырғыстар ҙа яңы һатып алынған. башҡа йыһаз, компьютерҙар ҙа бар.
Бинала китапхана, Ғата Сөләймәнов исемендәге музей һәм "Ихлас" декоратив-биҙәү сәнғәте клубы бар.
Әйткәндәй, Радий Хәбиров Ғата Сөләймәновтың һеңлеһе Венера Сиражетдин ҡыҙы менән осрашты. Инәйгә - 84 йәш.
Республика Башлығы халыҡ менән дә аралашты. Әңгәмә барышында етәксе киләһе йылға бындағы табип амбулаторияһын яңыртырға ҡушты.
2-се Төркмән ауылы халҡы газ үткәреү мәсьәләһен күтәрҙе. Был һорау ҙа ҡараласаҡ.
Сығанаҡ: БР Башлығы сайтынан.
Фото: БР Башлығы сайтынан.