Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2023, 07:35

Милли музейҙа Мөхәмәтша Боранғоловҡа арналған күргәҙмә үҙ эшен башлаясаҡ

Бөгөн Милли музейҙа күренекле башҡорт шағиры һәм драматургы, ғалим-фольклорсы, Башҡорт АССР-ның халыҡ сәсәне һәм СССР-ҙың яҙыусылар союзы ағзаһы, «Урал батыр»мифологик эпосын яҙып алыусы Мөхәмәтша Абдрахман улы Боранғоловтың тыуыуына 135 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған күргәҙмә асылды. «Мөхәмәтша Боранғолов: тормош һәм ижад биттәре»исемле күгәҙмә Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә ойошторола.

Милли музейҙа Мөхәмәтша Боранғоловҡа арналған күргәҙмә үҙ эшен башлаясаҡМилли музейҙа Мөхәмәтша Боранғоловҡа арналған күргәҙмә үҙ эшен башлаясаҡ
Милли музейҙа Мөхәмәтша Боранғоловҡа арналған күргәҙмә үҙ эшен башлаясаҡ

Башҡортостандың Әхмәт Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы һәм Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәгенең Фәнни архивы менән берлектә эшләнгән күргәҙмәлә Мөхәмәтша Боранғоловтың еңел булмаған тормош юлын сағылдырған, уның фәнни һәм ижади мираҫы менән танышырға мөмкинлек биргән экспонаттар урын аласаҡ. Мәҫәлән, экспозицияла Мөхәмәтша Боранғоловтың әҫәрҙәре баҫмаларын һәм башҡорт фольклоры яҙмаларын, уның биографияһына ҡағылышлы архив материалдарын күрергә мөмкин буласаҡ.

Шулай уҡ был көндә Милли музейҙа Мөхәмәтша Боранғоловҡа арналған Әҙәби ҡунаҡхана ла үҙ ишектәрен асасаҡ.

Күргәҙмәне асыу тантанаһы 15 сәғәттә. Башҡортостандың Милли музейына рәхим итегеҙ!

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас