

Петергоф урамындағы йыһаз етештереү бинаһында әҙер ултырғыстар яна. Урында 18 кеше һәм 5 берәмек техника эшләй. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тактик вентиляция ҡулланыла. Зыян күреүселәр юҡ. Янғын сәбәбе асыҡлана. Тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе алып бара.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һәм ирекле янғын һүндереүселәр Нуриман районының Никольский ҡасабаһындағы ферма бинаһындағы ҙур янғынды һүндерә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бинаның эсенә бесән тултырылған булған. Зыян күреүселәр юҡ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

