Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2023, 20:40

"Беҙҙең бурыс- уңайлы шарттар булдырыу"

  Бөгөн Баймаҡ районына эш сәфәре мәлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында булды.

"Беҙҙең бурыс- уңайлы шарттар булдырыу"
"Беҙҙең бурыс- уңайлы шарттар булдырыу"

   Төбәк етәксеһе яңыртылған уҡыу-производство оҫтаханаларын, автопаркты ҡараны, студенттар ятағының капиталь ремонт барышы менән танышты.

Уҡыу йорто директоры Илдус Зәйнуллин белдереүенсә, 2022 йылда колледждарҙы модернизациялау буйынса республика программаһы сиктәрендә уҡыу йорто корпустары һәм ятаҡтарын ремонтлау өсөн төбәк бюджетынан 56,5 миллион һум бүленгән.

- Бинаның фасадын һәм инеү урынын яңырттыҡ, тәҙрәләрҙе, ҡыйыҡты, электр үткәргестәрен, яҡтыртыу ҡорамалдарын алмаштырҙыҡ, уҡыу-производство оҫтаханаларҙа биҙәкләү эштәрен башҡарҙыҡ. Бынан тыш, ятаҡта капиталь ремонтты тамамлайбыҙ, - тине Илдус Зәйнуллин.

Ятаҡтағы ремонт эштәрен 2023 йылдың декабрь аҙағына тиклем тамамларға кәрәк, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Шулай уҡ ул уҡыу йортоноң автопаркын, уҡыу-производство оҫтаханаларын ҡараны, колледж педагогтары һәм студенттары менән аралашты.

 Әйткәндәй, күп студенттар профессиональ конкурстарҙа  уңыштарға өлгәшкән.

- Бында талантлы педагогтар эшләй. Улар кәрәкле белгестәр әҙерләй. Беҙҙең бурыс – һәр кемгә лайыҡлы һәм уңайлы шарттар булдырыу. Шуға матди базаны нығытырға тырышабыҙ. Оҫтаханаларҙы заманса техника һәм ҡорамалдар менән йыһазландырабыҙ, - тине төбәк етәксеһе.

Белешмә: Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы 2013 йылда Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын һәм 105-се профессиональ лицейҙы бергә ҡушыу юлы менән булдырылды. Уҡыу йортоноң өс филиалы - Баймаҡ районы Урғаҙы ауылында, Әбйәлил һәм Бөрйән райондарында   бар. Бында ауыл хужалығы тармағы өсөн тракторсы-машинистар, үҫемлекселек буйынса оҫталар, электр ҡорамалдарын хеҙмәтләндереүсе һәм ремонтлаусы электр монтерҙары, иретеп йәбештереүселәр һәм автомеханиктар, ашнаҡсы һәм кондитерҙар әҙерләнә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: