Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2023, 14:30

Ҡатын-ҡыҙҙарға һөжүм иткән

Өфөлә тағы бер психик сирле тотолған - ул өс кешене йәрәхәтләп өлгөргән.

Ҡатын-ҡыҙҙарға һөжүм иткәнҠатын-ҡыҙҙарға һөжүм иткән
Ҡатын-ҡыҙҙарға һөжүм иткән

14 декабрҙә Төхфәт Йәнәби урамында билдәһеҙ ир 25 йәшлек ҡыҙҙың битенә һуға. Шул уҡ бәндә 30 йәшлек ҡатынға, уҡыусы ҡыҙға ла һөжүм итә. Был турала билдәле булыу менән ваҡиға урынына кисекмәҫтән полиция хеҙмәткәрҙәре юллана. Патруль ваҡытында тәртип һаҡсылары тасуирламаларға оҡшаған кешене күрә. Уны полиция бүлегенә алып киләләр.

21 йәшлек егет сирлегә оҡшаған.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, зыян күреүселәргә суд-медицина экспертизаһын үтеүгә юллама бирелгән, уның һөҙөмтәһе буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас