Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабря 2023, 05:41

Әй буйы матурланды

Дыуан районының Мәсәғүт ауылында Әй йылғаһы буйын төҙөкләндергәндәр. Хәҙер унда уңайлы йәйәүле зонаһы бар.

Әй буйы матурландыӘй буйы матурланды
Әй буйы матурланды

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса башҡарылған эштәр шул: яр буйында тротуар һалынған, асфальт йәйелгән, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған, уңайлы эскәмйәләр ултыртылған. 

Халыҡ был урынды яңыртыуҙы тауыш биреү ысулы менән үҙе һайлаған. Хәҙер иң мөһиме - был матур биләмәне ҡарап-тәрбиәләп тотоу.

Фото: пресс-служба министерства ЖКХ РБ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас