Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2023, 05:30

Ҡайҙа кәрәк, шунда һуғырға...

...Теге кеше машинаның әле – бер, әле икенсе еренә һуҡҡылаған, металл ҡорамалдан сыҡҡан тауыштарҙы тыңлаған. Шулай ун минут буйына ул баҫым төймәләрен, термостаттарҙы, подшипниктарҙы ҡаҡҡылап-төрткөләп сыҡҡан.

Ҡайҙа кәрәк, шунда һуғырға...Ҡайҙа кәрәк, шунда һуғырға...
Ҡайҙа кәрәк, шунда һуғырға...

Хикмәтле хикәйәт

Бер фабрикала пар генераторы эшлектән сыҡҡан. Етәксе ҡайҙан ғына, ниндәй генә белгес саҡыртмаған – береһе лә уны йүнәтә алмаған.

Бер көндө фабрикаға ят кеше килеп ингән дә, генераторҙы эшләтеп ебәрә аласағын әйткән. Быға бигүк ышанмаһалар ҙа, уға мөмкинлек биреп ҡарарға булғандар.

Теге кеше машинаның әле – бер, әле икенсе еренә һуҡҡылаған, металл ҡорамалдан сыҡҡан тауыштарҙы тыңлаған. Шулай ун минут буйына ул баҫым төймәләрен, термостаттарҙы, подшипниктарҙы ҡаҡҡылап-төрткөләп сыҡҡан. Шунан бер тоташтырыу бүлегенә сүкеш менән нығыраҡ һуҡҡан. Һөҙөмтә – шаҡ ҡатырлыҡ! Нимәлер ҡуҙғалған да, генератор эшләп киткән.

Фабрикант оҫтаға рәхмәт яуҙырған, эше өсөн иҫәп ебәреүен һораған. Иҫәп ҡағыҙы килгәс тә аптырағандар әле. Унда былай тип яҙылған булған: ун минут һуҡҡылау өсөн – 100 һум, ҡайҙа һуғырға белгән өсөн – 1000 һум.

Баҡһаң, эш ҡағыу-һуҡҡылау оҫталығында түгел, ә ҡайҙа кәрәк, тап шунда һуға белеүҙә.

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас