

Утты һүндереү барышында иҫһеҙ ятҡан ике кеше табылған. Медиктар ир менән ҡатындың үлемен раҫлаған.
Шулай уҡ Баймаҡ районы Үрге Мәмбәт ауылында ла ҙур гараж эсендәге бинала янғын сығып, 1982 йылғы ирҙең ғүмере өҙөлгән. Утты һүндергәндәр.
Өфөнөң Мәләүез урамында янған йортто һүндергәндә 1961 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған.
Һәләк булған кешеләрҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Фото: МЧС РБ.