Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2023, 03:00

Көҙгө

...Был осраҡты кешеләр бер ҡасан да онотмаһын өсөн ул таҡтаға түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙып, баяғы ҡартҡа ебәргән: “Мосолман кеше – мосолман кешенең көҙгөһө”.

КөҙгөКөҙгө
Көҙгө

Хикмәтле хикәйәт

Көҙгө

Бер төркөм бай кешеләр менән бергә батшаның вәзире лә баҙарға сығып әйләнергә була. Шулай йөрөп ятҡанда, вәзирҙең күҙенә ҡолдар һатылған урын салына. Ул шунда һуғылырға уйлай.

Вәзир яҡынайғас, бер ҡол уға:

- Әфәндем, һеҙҙең башығыҙҙағы салмағыҙҙа бер бысраҡ тап бар.

Вәзир салмаһын сисә, ҡол хаҡлы булып сыға. Баҙарҙа бергә йөрөгән иптәштәре, байҙар, тапты күрһә лә, уға бер ҙә был хаҡта әйтмәгән. Вәзир борсола. Һәм юлдаштарына шулай ти:

- Һеҙ минең ниндәй ҡиәфәттә йөрөп ятыуыма күҙ йомдоғоҙ. Шулай булғас, һеҙ түгел, ә бына ул хаҡта әйткән ҡол минең иң яҡшы дуҫым булып сыға. Дуҫымды ҡоллоҡҡа һатыуҙарына мин бер ваҡытта ла риза булмаясаҡмын. Уны кисекмәҫтән азат итегеҙ!

Был осраҡты кешеләр бер ҡасан да онотмаһын өсөн вәзир таҡтаға түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙып, баяғы ҡол ҡартҡа ебәргән: “Мосолман кеше – мосолман кешенең көҙгөһө”.

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас