Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2023, 16:50

Ҡаҙанлыҡ шартлаған

 Бөгөн Учалы районы Сәфәр ауылында  балалар баҡсаһы менән амбулаторияны йылытыусы ҡаҙанлыҡ шартлаған.

Ҡаҙанлыҡ шартлағанҠаҙанлыҡ шартлаған
Ҡаҙанлыҡ шартлаған

   Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов хәбәр итеүенсә,  зыян күреүселәр юҡ.   Тышта һыуыҡ булыу сәбәпле, балалар өйҙәрендә ҡалған. Әле урында оператив хеҙмәттәр эшләй. Улар  ваҡиғаның сәбәбен асыҡлай.  

Балалар баҡсаһы менән амбулаторияның эше ваҡытлыса туҡтатылған.  Ауыл халҡы беренсле медицина ярҙамын  күрше Мансур ауылында аласаҡ.

Фото:Башинформ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас