Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2023, 14:39

Янғындар бик күп...

Уҙған тәүлектә 84 техноген янғын теркәлгән, уларҙың 39-ы торлаҡ секторында булған.

Янғындар бик күп...Янғындар бик күп...
Янғындар бик күп...

Кисә көндөҙгө сәғәт өстә "112" номерына Нуриман районы Павловка ауылының Веденеев урамындағы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Урында БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының (Павловка), Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре эшләй. Янғын һөҙөмтәһендә бер ҡатлы йорт ярайһы зыян күргән. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр, шөкөр, юҡ. Янғын сәбәбе асыҡлана.

Көндөҙ Өфө районының Йоматау ауылында коттедж яна. Янғын һүндереүселәр килеп еткәс тә, янғын локализациялана, артабан ут һүндерелә.

Янғын сәбәптәрен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе асыҡлаясаҡ.

Фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Янғындар бик күп...
Янғындар бик күп...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас